Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июль 2024, 07:20

Башлыҡ стипендияһын алыусылар исемлеге киңәйтелде

уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән аспиранттар, студенттар өсөн стипендиялар һаны 235-кә тиклем арттырылды

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыусылар исемлеген киңәйтте. Хәҙер республиканан дәртләндереү түләүҙәренә Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты аспиранттары ла иҫәп тоторға мөмкин. Тейешле указ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

2022 йылдың майынан Башҡортостанда һәләтле, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән аспиранттар, студенттар өсөн стипендиялар һаны 235-кә тиклем арттырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығының айлыҡ стипендияһы аспиранттарға — 8050 һум, юғары уҡыу йорттары студенттарына — 6000 һум, урта махсус уҡыу йорттары студенттарына 5000 һум тәшкил итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас