Новости
2 Июль 2024, 12:05

Минималь хаҡ билдәләнде

араҡыға һәм башҡа иҫерткес эсемлектәргә

Рәсәйҙә Финанс министрлығы спиртлы эсемлектәргә минималь хаҡты билдәләне. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 1 июленән коньяк, бренди, араҡы һәм ликёр-араҡы изделиеларына яңы хаҡтар раҫланды.

Бойороҡҡа ярашлы, коньяк — 517 һумдан 556 һумға, араҡы — 281 һумдан 299 һумға, бренди — 375 һумдан 403 һумға (0,5 литр), ром 403 һумға (0,5 литр) тиклем ҡиммәтләнә.

Минималь күрһәткестәр 2026 йылдың 31 декабренә тиклем билдәләнә.

Хаҡты индексациялау инфляция кимәле, 9 градустан юғарыраҡ булған алкоголгә акциз ставкаһының күтәрелеүе һәм алкоголле продукцияны етештереүгә сығымдарҙың артыуы менән бәйле. Рәсәйҙә араҡыға минималь хаҡ 2009 йылдан билдәләнә, тип билдәләнеләр ведомствола.

Автор:
Читайте нас