+24 °С
Ямғыр
Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер йортонда көнкүреш газы шартлаған. Фажиғәлә ете кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың икәүһе - балалар. Бер кеше үлгән, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ хакимиәтендә.
Ваҡиға урынында оператив штаб булдырылған, етәксеһе - муниципалитет башлығы Рөстәм Ғәзизов. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре, шулай уҡ өс берәмек янғын һүндереү техникаһы һәм өс берәмек ашығыс ярҙам бригадаһы эшләй.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.