Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 1 июлдә иртәнге сәғәт 7-лә яуым-төшөмдөң күп булыуы һәм Йүрүҙән һәм Ҡытаутамаҡ һыуһаҡлағыстарынан (Силәбе өлкәһе) ҙур күләмдә һыу ағып төшөүе арҡаһында Йүрүҙән йылғаһында һыу кимәле ҡырҡа күтәрелгән. Ошо сәбәпле Салауат районының Малаяҙ ауылында һигеҙ йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡалған.
Урынға ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса оператив төркөмө һәм БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары юлланды.
- Өс кешене эвакуацияланылар, Малаяҙ ауылындағы Дыуан күп профилле колледжының ятағында ваҡытлыса урынлаштырыуҙан баш тарттылар, ваҡытлыса туғандары янында йәшәйәсәктәр, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар һыу баҫҡан йорттарҙы ҡарай.