+24 °С
Ямғыр
Батырҙар һүҙе
Ҡыр батырға ни кәрәк?
Ҡыҙ батырға ни кәрәк?
Күк батырға ни кәрәк?
Моң батырға ни кәрәк?
Һыу батыр һуң ни һорай?
Урман батыр ни юрай:
— Һәммәбеҙҙең — барыһыны
Теләгәне — тыныслыҡ,
Юрағаны — тыныслыҡ,
Уйлағаны — тыныслыҡ,
Һөйләгәне — тыныслыҡ.
Уттың һуңы көл булыр,
Көлдөң һуңы ел булыр,
Көлдә йәшәү — толҡа юҡ,
Елдә иман — тотҡа юҡ.
Еребеҙ көлгә ҡалмаһын,
Көнөбөҙ елгә ҡалмаһын.
Еребеҙҙе арсалап,
Һыуыбыҙҙы ҡурсалап,
Йәребеҙҙе һаҡларға,
Йәнебеҙҙе аҡларға
Беҙ, батырҙар, баҫабыҙ
Именлектең һағына,
Тыныслыҡтың сафына.
Теләгебеҙ — тыныслыҡ,
Тынысһыҙ тибә йөрәк.
Тыныслап йәшәр өсөн,
Ерҙә тыныслыҡ кәрәк.
Рәмзилә Хисаметдинова
2009 "Моңдоң йәне — мөхәббәт" исемле китаптан.