Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Закон менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ул күп йыллыҡ намыҫлы эше һәм шәхси ҡаҙаныштары өсөн дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә бирелә».
Маҡтаулы исем биреү дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең абруйын күтәрергә булышлыҡ итер, йәмғиәттең дәүләт институттарына ышанысын нығытыр тип күҙ уңында тотола.