Республика эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә мутлашыу тураһында 34 ғариза килгән. Кушнаренко районында 61 йәшлек пенсионерға март уртаһынан уҡ популяр мессенджерҙа биржа инвестициялары буйынса менеджер булып танышҡан ҡыҙҙан шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр килә башлай. Ул цифрлы валюта ярҙамында тиҙ табыш алыу схемаһын тәҡдим итә. Инвестициялар ҡорбаны енәйәтселәргә 2 миллион һум самаһы аҡса күсерә, шуларҙың 1 миллион 300 меңдән ашыуы – шәхси тупланмалар, ә 600 меңе – кредит. Әммә зыян күреүсе полицияға ваҡытында мөрәжәғәт итә, шуға бәйле уның ҡайһы бер күсергән аҡсаһын мутлашыусыларға барып еткәнсе туҡтатып өлгөрәләр.
Салауат районында бер ҡатынды 1 миллион һумға алдайҙар. Уның абонент номеры иҫкереүе тураһында белдерәләр һәм ебәрелгән смсты әйтергә ҡушалар. Ҡатын барыһын да әйткәс мутлашыусылар уның бар иҫәбенә үтеп инәләр. Һәм ҡурҡытыу юлы менән 1 миллион һум кредит алдыралар.
Таныш булмаған номерҙарҙы алмағыҙ, зинһар!