

Атайсалымда байрам!
(Тыуған ауылым Күгиҙелгә 95 йәш)
Һауа торошоноң елле-ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, тыуған ауылымда байрам гөрләп үтте. Саҡырыу алғас, ашҡынып, талпынып ҡайтып та еттем. Бай йөкмәткеле программа менән һуғарылған сара бер тында үтеп тә китте. Һәр кем үҙенең атайсалын һағынып, туғандарын, дуҫ-иштәрен күрергә теләп, бала-сағы һуҡмаҡтарына тағы бер ҡайт әйләнеп ҡайтты. Байрамда ябайлыҡ, эскерһеҙлек, берҙәмлек атмосфераһы яулап алды. Бәләкәй генә ауылым үҙенең берҙәм, күркәм кешеләре менән дан тота. Еңел булмаған ваҡыттарҙан алып бөгөнгө көнгәсә арыу талыу белмәй эшләгән мал ҡараусыларҙы, трактористарҙы, колхоз етәкселәрен, көтөүселәрҙе, юбилярҙарҙарҙы, йәшен-ҡартын ҡалдырмай барыһын да бүләкләнеләр. Бына бит ул ысын геройҙар! Беҙ, йәш быуын, улар хаҡында белергә тейеш. Һәр береһе менән сикһеҙ ғорурланам! Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы, тип ауылдаштарыма бүләк һәм маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайттым. Шулай уҡ республикабыҙҙа 2021 йылдан алып әүҙем эшләп килгән, юғары үрҙәр яулаған «Атайсал» проекты хаҡында бәйән иттем һәм мотлаҡ ҡатнашырға саҡырҙым. Сөнки һәр бер яҡташым тыуған ауылыбыҙ үҫешенә тос өлөш индерә. Әйткәндәй, Атайсал проекты буйынса бер анонс яңылыҡ та эшләнем. Тиҙҙән хәбәр итермен. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар! Тыуған яҡтан күңелем тулы хистәр менән ҡанатланып юлға сығам...
Заһит ҒҮМӘРОВ.