Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығының дежур бүлегенә мутлашыу тураһында 23 ғариза килгән.
Салауат ҡалаһы полицияһына 74 йәшлек пенсионер мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Май уртаһынан уға билдәһеҙ кешеләрҙән шылтыратыуҙар килә башлай, улар үҙҙәрен инвестиция компанияһы белгестәре тип таныштыра. Иргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары килем алырға тәҡдим итәләр. Был тәҡдим уны ылыҡтыра. Сөнки тәүҙә ир ебәргән аҡса ысынлап та артып бара. Бер ай буйына килеменең артыуын күҙәткән ир-ат аферисттарға 1 миллион һумдан ашыу йыйып барған аҡсаһын күсерә. Артабан был аҡсаны үҙ иҫәбенә сығарырға маташҡанда, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Йыйып барған аҡсаһын шул рәүешлә урлайҙар.
Туймазы районы полицияһына 62 йәшлек Райман ауылы кешеһе мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ошо айҙа уға өҫтәмә эш хаҡы алыу тәҡдиме менән күп шылтыратыуҙар килә. 10 көн дауамында пенсионер килемдең артыуын күҙәтә. Билдәле булыуынса, ул үҙенең «инвестиция юлын» бәләкәй суммаларҙан башлай һәм яйлап инвестицияларҙы арттыра. Шулай итеп, зыян күреүсе ялған брокерҙарға 700 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, шуларҙың 290 меңе – кредит, 430 меңдән ашыуы – ул займ ала һәм 8 меңгә яҡыны уның шәхси тупланмалары була. Хәҙер ҡорбан банк һәм таныштары алдында ҙур бурыстар менән тороп ҡалды.
Иғтибар! Аҡса мәсьәләләрендә бик һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған кешеләргә аҡсағыҙҙы ышанып тапшырмағыҙ! Инвестициялар тураһында ҡарарҙарҙы иғтибар менән ҡабул итегеҙ, белгестәр менән кәңәшләшегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тиҙ эш хаҡы һәм юғары килем проценты-мутлыҡ билдәләре!