Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Июнь 2024, 11:50

32 йылдан һуң юл ремонтлана

Һуңғы тапҡыр юлға иғтибар 1992 йылда бирелгән

32 йылдан һуң юл ремонтлана32 йылдан һуң юл ремонтлана
32 йылдан һуң юл ремонтлана

йәйәүлене лә, машинала елдереп китеп барыусыны ла, олоно ла, йәште лә борсоған уртаҡ мәсьәләләрҙең береһе - ул юл. Йәғни уның булыуы йәки булмауы. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа республикала эштәр әүҙемләште. Әлбиттә, йүнәтәһе, ямайһы күп әле, шулай ҙа барыбер яңы япмалар түшәлә, ауыл биләмәләре был йәһәттән ярҙамын да ала.

Әле бына темәстәр шатлана. Темәс-Әмин араһы юлы ремонтлана унда! Был мәктәп автобусы йөрөгән юл. Һуңғы ремонт бында 1992 йылда башҡарылған.  Бына 32 йылдан һуң кирзавод киҫелешенә тиклем, дөйөм оҙонлоғо 1670 метрлыҡ ҡырсынташ түшәлә. Шундай һөйөнөслө хәбәр алдыҡ Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолованан.

 
 
 
  •  
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас