+24 °С
Ямғыр
Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итер өсөн концерттар ҡуйып, аҡса эшләне.
Мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Фирүзә Бүләкова етәкселегендәге концерт халыҡҡа бик оҡшаны. Моңло йырсылар Динар һәм Фәниә Мәжитовтар, Юлиә Байтурина, дәртле бейеүсе ҡыҙҙар Линара Ғибәтова, Гүзәлиә Сәфәрғалина, Алтынай Искужиналар шәп сығыштары менән барыһын да әсир иткән.
Ауыл халҡы был аҡсаны маскировка сҽлтәрҽн үреү, эшләүгә материалдар алып мәктәпкә тапшырасаҡ.
Эйе, һәр ерҙә яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн барыһы ла эшләнә. Беҙҙең һәр тин, һәр һум яугирҙәребеҙгә тик алға барырға, Еңеү менән йәһәтерәк имен-һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен.