+21 °С
Болотло
Дәүләт Думаһы депутаттары пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тураһында закон проектын ҡабул итте. Был хаҡта парламенттың матбуғат хеҙмәте белдерҙе.
2025 йылдан эшләгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын йыл һайын арттырыу планлаштырыла. Ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн өҫтәмә бюджет ассигнованиелары талап ителә. 2025 йылда улар - 96,45 миллиард, 2026 йылда иһә 177,03 миллиард, 2027 йылда 260 миллиард һум тәшкил итер тип көтөлә.