Баймаҡ районында “Йомарт” яңы туристик комплексын булдырыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың туризм министрлығынан.
Бының өсөн инвестор - “Сириус” ЯСЙ-һы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә 5 миллион һумлыҡ льготалы займ алды. - Гарантиялы ярҙам-бизнесты үҫтереүҙең иң уңайлы инструменттарының береһе. Ул эшҡыуарҙарға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирә, — тип аңлатма бирҙе туризм министрлығы башлығы Зөһрә Гордиенко.
“Йомарт” ҡа инвестицияларҙың дөйөм суммаһы — 20,5 миллион һум. Шуларҙың 4,7 миллион һумы глэмпингтар һатып алыуға федераль грант рәүешендә йәлеп ителгән дә инде. Шулай уҡ компания инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүҙә сығымдарҙың күпмелер өлөшөн ҡаплау өсөн дә ярҙам аласаҡ.
Йыл аҙағына тиклем туристик комплекс биләмәһендә бөтә уңайлыҡтар менән йыһазландырылған башҡорт тирмәләре рәүешендә модулле ҡунаҡ апартаменттары ҡуйырға, ике кимәлле номерҙар төҙөргә, 30 урынлыҡ кемпинг зонаһын ойошторорға планлаштыралар. Шулай уҡ ял базаһы биләмәһендә балалар майҙансығы һәм арҡан паркы йыһазландырыласаҡ, тип һөйләнеләр компанияла