+21 °С
Болотло
Талҡаҫ күленә барған юлда рәхәтләнеп айыу йөрөй. Теге яҡҡа, был яҡҡа үткән машиналарҙы һанап ултыра, шикелле. Ҡурҡмай. Әҙерәк уйнаҡлап йүгереп ала ла, тағы күҙәтә кешеләрҙе. "Йәй булһа, ошо кешеләр ҡаҡшата" тиеүе булдымы, әллә "Талҡаҫҡа һыу төшөп, тәнегеҙҙе сыбартмалар менән ҡаплап, Баймаҡ врачтарын ҡаҡшатмағыҙ", тинеме. Билдәһеҙ. Былай, үҙе матур ғына.
Йәйәү йөрөргә яратыусылар, велосипед атланғандар, шулай ҙа һаҡ булығыҙ. Тәбиғәт - Айыубайҙың йорто. Беҙ унда ҡунаҡ ҡына.
https://vk.com/wall-60402485_120035