Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июнь 2024, 05:30

Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана

Башҡортостандың Хәйбулла районында Сибай – Аҡъяр юлын ремонтлау тергеҙелде. Былтыр был трассала 1,8 саҡрым оҙонлоҡтағы участканы ремонтлағандар, шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 18 саҡрым самаһы булған участкаларҙа юлға нигеҙ һалыу буйынса эштәр башҡарылған...

Сибай - Аҡъяр юлы ремонтланаСибай - Аҡъяр юлы ремонтлана
Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана

Башҡортостандың Хәйбулла районында Сибай – Аҡъяр юлын ремонтлау тергеҙелде. Былтыр был трассала 1,8 саҡрым оҙонлоҡтағы участканы ремонтлағандар, шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 18 саҡрым самаһы булған участкаларҙа юлға нигеҙ һалыу буйынса эштәр башҡарғандар. Июнь айынан подряд ойошмаһы Хәйбулла районының Целинный ауылы эргәһендәге 7,6 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала асфальт-бетон япма ҡороу буйынса эштәр алып бара.

Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай – Аҡъяр юлының 64 километрын норматив хәлгә килтерергә кәрәк. Быйыл юлсылар дөйөм оҙонлоғо 27 саҡрымдан ашыу участкаларҙа эштәрҙе тамамлаясаҡ, Шулай уҡ Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында 15,9 саҡрым оҙонлоҡтағы яңы участкаларҙы ремонтлаясаҡ. 2025 йылда был юлдың 19,6 км -. ремонтлау планлаштырыла. Шуны билдәләргә кәрәк, ремонт ресайклинг технологияһы буйынса башҡарыла. Был ысул юл нигеҙен нығытырға мөмкинлек бирә, был яңы юл япмаһының хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан Башлығы Радий башланғысы менән оҙонлоғо 216 саҡрым самаһы булған проблемалы автомобиль юлдарында эштәр планлаштырылған. Шуларҙың 135 саҡрымдан ашыуы – асфальт – бетон япма менән һәм 80 саҡрымдан ашыуы-күсмә типтағы япма менән. Эштәр Баймаҡ, Благовар, Бәләбәй, Бөрйән, Ғафури, Илеш, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Саҡмағош, Яңауыл райондарында төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа, шулай уҡ Башҡортостандың 17 муниципаль берәмегендә урындағы юлдарҙа уҙғарыла.

 

Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана
Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас