Новости
25 Июнь 2024, 06:40

Эҫе ялҡытҡайнымы?

Тимәк, артабанғы көндәр һеҙҙең өсөн...

Эҫе ялҡытҡайнымы?Эҫе ялҡытҡайнымы?
Эҫе ялҡытҡайнымы?

Синоптиктар фаразы буйынса, был аҙнала республикала һалҡынса, ямғырлы һауа торошо көтөлә.

Бөгөн бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +13, +18°.

Шаршамбы шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +16, +21°.

27 июндә төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12°, көндөҙ +14, +19°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас