Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июнь 2024, 11:55

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто хеҙмәткәре яугиргә бүләк тапшырҙы

Тыуған яғыбыҙҙа беҙгә ярҙам итеүҙәренә, ышаныуҙарына шатмын. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Был беҙгә алғы һыҙыҡта ярҙам итә, көс һәм ышаныс өҫтәй. Журналистарға ҙур рәхмәт! - тине “Монгол”...

Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов “Башҡортостан” полкының “Монгол” ҡушаматлы штурм взводы командирына антидрон ҡоролмаһын тапшырҙы.

Яугир дауаланыу өсөн алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан.

Антидронды һатып алыуға аҡсаның бер өлөшөн республика халҡы йыйған, ә төп өлөшөн журналист индергән.

Яугир бының өсөн рәхәмт һүҙҙәрен еткерҙе:

- Тыуған яғыбыҙҙа беҙгә ярҙам итеүҙәренә, ышаныуҙарына шатмын. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Был беҙгә алғы һыҙыҡта ярҙам итә, көс һәм ышаныс өҫтәй. Журналистарға ҙур рәхмәт! - тине “Монгол”.

Башҡортостан журналистары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә һүҙ менән генә түгел, ә эш менән дә ярҙам итә. Яугирҙәр янында була, материалдар яҙа, батырҙарыбыҙҙы рухландыра. Фронт өсөн махсус ҡорамалдар, экипировкалар һатып алыуға аҡса йыялар, маскировка селтәрҙәре һәм окоп шәмдәре эшләйҙәр. Афарин!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас