

– Башҡортостан – илдең бындай ярҙам күрһәтелгән берҙән-бер төбәге, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Бөгөн залда мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы белгестәре йыйылды. Һеҙ барығыҙ ҙа – балалар баҡсаларында эшләүсе йәш педагогтар өсөн гранттарға беренсе конкурс еңеүселәре. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған йылда, Остаз һәм педагог йылы сиктәрендә, ҡарар ҡабул иткәйнек. Һеҙ ғүмерегеҙҙе йәмғиәт һәм ил өсөн бик мөһим булған эшкә – республиканың иң йәш быуыны хаҡында хәстәрлек күреүгә –бағышлағанһығыҙ. Был конкурста еңеү оҫталығығыҙҙы һәм һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙҙо раҫлай. Был - тәрбиәселәргә еңел булмаған мөһим хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү мөмкинлеге. Барығыҙға ла уңыштар! – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәрҙе тәбрикләп.
Район башлығы Фәнис Әминев тә йәш педагогтарҙы ҡотланы:
- Баймаҡ районының иң яҡшы йәш уҡытыусылары Башҡортостан Башлығы гранттарын алдылар 21 июндә Өфөлә балалар баҡсаларында эшләгән йәш педагогтарға Башҡортостан Башлығы гранттарын биреүгә беренсе конкурс еңеүселәренә сертификаттар тапшырылды. Балалар баҡсалары тәрбиәселәрен төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡотланы.
Беҙҙең райондан гранты алдылар: Мифтахитдинова Розалиә Салауат ҡыҙы – «Күбәләк» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Моталлапова Гүзәл Ғәббәс ҡыҙы – «Әкиәт» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Үтәғолова Илүзә Урал ҡыҙы – «Күбәләк» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Ҡотлайбыҙ! Һөнәри эшмәкәрлегендә яңы уңыштар!
Афарин!