Новости
23 Июнь 2024, 04:50

Дауылдан 50 машина зыян күрҙе

Дауыл көслө циклон арҡаһында булған...

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев кисә Башҡортостандың баш ҡалаһына яуған көслө ямғыр эҙемтәләре хаҡында һөйләне.

- Өфөгә боҙборсаҡ, ҡойма ямғыр һәм көслө ел ябырылды.  Авария хеҙмәттәре төн буйына тергеҙеү эштәре менән шөғөлләнде. 100-ҙән ашыу ағас ҡоланы, 50-гә яҡын автомобиль зыян күрҙе. Трамвай юлдары ла  зыян күрҙе. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ, - тип хәбәр итте ҡала башлығы үҙенең социаль селтәрендә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас