Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Июнь 2024, 08:50

Урал аръяғы журналистары семинарға йыйылды

Баймаҡ районының йәмле Талҡаҫ буйында Көньяҡ-көнсығыш журналистар берекмәһенең семинары бара. Уның пленар өлөшөндә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.

Урал аръяғы журналистары семинарға йыйылдыУрал аръяғы журналистары семинарға йыйылды
Урал аръяғы журналистары семинарға йыйылды

Баймаҡ районының йәмле Талҡаҫ буйында Көньяҡ-көнсығыш журналистар берекмәһенең семинары бара. Уның пленар өлөшөндә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты. Фәнис Ғәбдрәшит улы матбуғат хеҙмәткәрҙәренең мөһим булыуын билдәләп, уларға ижади уңыштар теләне. Республика Башҡортостан нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев район башлығы Фәнис Әминевҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы. Артабан ул алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары тапшырҙы. Улар араһында Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова һәм бүлек мөдире Азамат Мөхәмәтшин бар. Гүзәл Салауат ҡыҙы шулай уҡ Яугиргә хат республика конкурсында өсөнсө урын алды. Ҡотлайбыҙ! Журналистика оҫтаханаһы проекты авторы, медиадиректор Ринат Шәйбәков семинарҙың республика Башлығы Грантына үтеүен билдәләп, был йүнәлештә тағы ла әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. Шулай уҡ ул ошо Грант иҫәбенә алған веб-камераларҙы һәр редакцияға тапшырҙы. Журналистар Союзы рәйесе урынбаҫары Илшат Зарипов Яугиргә хат республика конкурсының еңеүселәрен билдәләне, союз таныҡлыҡтарын тапшырҙы. Көньяҡ-көнсығыш журналистар берекмәһе рәйесе Гүзәл Салихова барыһын да бәрәкәтле Баймаҡ ерендә күреүенә шат булыуын белдерҙе. Семинар эшенең практик өлөшө дауам итә. Унда гәзиттәге рубрикалар, фото төшөрөү оҫталығы, баҫмаларҙың дизайны һб мәсьәләләр ҡарала.

Автор:
Читайте нас