Новости
19 Июнь 2024, 05:20

Яугирҙәребеҙҙең рәхмәте

Беҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ, егеттәр! Ил һағында ныҡ баҫып торғанығыҙ өсөн! Имен-һау ғына һәм теүәллектә ҡайтығыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр яугиребеҙ ҡәҙерле беҙҙең өсөн һәм беҙ уларҙың Еңеү менән, имен-һау ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта район халҡы уларға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй. Ишмөхәмәт ауылы халҡы, ситтә йәшәгән яҡташтары ярҙамы менән Ҡорбан байрамы ваҡытында ғына яугирҙәр өсөн 200 кгдан ашыу ит әҙерләне. Ҡаланың 3-сө мәктәбенең 9-сы В класы балалары ата-әсәләре сығарылыш кисәһенә тип биргән аҡсаны яугирҙәребеҙгә ебәрергә хәл итте. Һәм ошондай изге эштәр һәр биләмәлә, Баймаҡта бара.

Яугирҙәребеҙ махсус хәрби операция урынынан беҙгә рәхмәт әйтеп видеолар ебәрә. Беҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ, егеттәр! Ил һағында ныҡ баҫып торғанығыҙ өсөн. Имен-һау ғына һәм теүәллектә ҡайтығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас