Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Июнь 2024, 11:47

Башҡортостан көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы

Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Башҡортостан көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Спортсының ҡаҙанышы тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итә.

Артур Зөлҡәрнәев Пермь крайында Бөтә Рәсәй һабантуйында ҡатнашты. Көрәштә күтәреп һелтәү буйынса яҡташыбыҙға етеүсе юҡ — бер минутта 25 тапҡыр.

Ярыштарҙа шулай уҡ Башҡортостандың башҡа көрәшселәре лә сығыш яһаны. 65 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында — Юнир Закиров, 100 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында — Айгиз Зәйнетдинов, Артур Зөлҡәрнәев иһә 85 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-06-18/borets-na-poyasah-iz-bashkirii-artur-zulkarnaev-ustanovil-neobychnyy-rekord-3813717

 
Башҡортостан көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы
Башҡортостан көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас