Новости
18 Июнь 2024, 06:30

Эҫе була әле

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы +27,+32°. Иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә.

Эҫе була әлеЭҫе була әле
Эҫе була әле

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы +27,+32°.

Иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә +17,+22°, көндөҙ +29,+34°.

20 июндә төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +15,+20°, көндөҙ +23,+28°, көньяҡ-көнсығышта +32°.

Автор:
Читайте нас