+24 °С
Ямғыр
Ҡырмыҫҡалы районының Эҫем ҡасабаһында Эҫем йылғаһында шаһиттар ҡомло пляжда үҫмерҙең батып барыуын күрәләр. Ирҙәр ярҙамға ташлана һәм 14 йәшлек малайҙы һыуҙан сығара, ул иҫһеҙ була. Халыҡ "Ашығыс ярҙам" килгәнгә тиклем уға беренсе ярҙам күрһәтә. Үҫмерҙе реанимацияға ауыр хәлдә алып киләләр.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында билдәләүҙәренсә, зыян күреүсе "ҡырағай" пляжда һыу инә, был урында һыу төшөүҙе тыйыусы аншлагтар тора.
Йома — йәкшәмбелә Башҡортостандың төрлө урындарында бөтәһе һигеҙ кеше - ете ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ батып үлгән.