Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Июнь 2024, 13:45

Ишмөхәмәт ауылында яугирҙәргә ҡорбан салынды

Мәскәү яғында эшләп йөрөгән ир-егеттәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн ҡорбанлыҡҡа аҡса ебәрҙе.  Был аҡсаға 5 һарыҡ һәм 1 башмаҡ алынды. Улар егеттәребеҙгә ебәреләсәк

Ишмөхәмәт ауылында яугирҙәргә ҡорбан салындыИшмөхәмәт ауылында яугирҙәргә ҡорбан салынды
Ишмөхәмәт ауылында яугирҙәргә ҡорбан салынды

Ишмөхәмәт ауылында Ҡорбан байрамы бик матур үтте.  Биләмә башлығы Илнур Мансур улы Ишмөхәмәтов ошо сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен еткерҙе.

- Бөгөн ауылыбызҙың уңған ир-егеттәренә һәм ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Мәскәү тарафтарында эшләп йөрөгән бер төркөм яҡташ егеттәребеҙ аҡса йыйып махсус операцияла ҡатнашкан егеттәргә ҡорбанға тип аҡса ебәргәйнеләр. Был аҡсаға 5 һарыҡ, 1 башмаҡ алынды.Ҡорбанға алынған малды салып, тунап, турап биргән ир-егеттәребеҙгә, эсәк-ҡарындарын таҙартҡан ҡатындарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяк-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, ғаилә именлеге, йортоғоҙға ҡот , муллыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас