+24 °С
Ямғыр


Бөгөн Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылы урынында төҙөкләндерелгәндән һуң обелиск асыла. Ошо ауылдан сыҡҡан әүҙем йәмәғәтсе Рим Исҡужиндың тәҡдиме һәм тырышлығы менән быйыл обелиск кәртәләп алынды, унда 42 Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең исем-шәрифтәре мәрмәр таҡтаташҡа уйылып яҙылған.
Үҙ тарихын, батырҙарын онотмаған яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт!