+21 °С
Болотло
"Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең 9в класы уҡыусылары сығарылыш кисәһен үткәреү өсөн ата-әсәләре бүләк иткән аҡсаларын МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеп бирергә ҡарар иткәндәр. Тамерлан Ғәлиәхмәтов, ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдереүсе яугирҙарҙың видеоһын ҡарап, ул да ярҙам итергә уйлай һәм идеяһын синыфташтарына тәҡдим итә. Был аҡсаға, нимә кәрәген яугирҙар менән кәңәшләшеп, бензопила менән самауыр ебәрергә һөйләштек. Һеҙгә, балалар, изге эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Яҡшы уҡыу һәм бөтә пландарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләйем", - тип яҙа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге мәхифәһендә.