Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Июнь 2024, 10:00

Ҡорбан байрамында республиканың почта бүлексәләре эшләйәсәкме?

Был һорауға яуапты беҙҙең сайтта табырһығыҙ:

Башҡортостандың почта бүлексәләре Ҡорбан байрамы уңайынан эш графигын үҙгәртә. 16 июнь — барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял көнө, тип хәбәр иттеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

15 июндә почта бүлексәләре үҙ эшен бер сәғәткә алдараҡ тамамлай, ә дүшәмбе, 17 июндә, клиенттарҙы йәкшәмбе графигы буйынса хеҙмәтләндерә.

«Йәкшәмбе, 16 июндә, почтальондар хаттар, гәзит-журналдар таратмай. Пенсия һәм пособиеларҙы улар Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһе менән килешелгән графикка ярашлы килтерә», — тип белдерҙеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Өфөнөң 450 йыллығына арналған марка почта әйләнешенә сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-14/v-kurban-bayram-pochtovye-otdeleniya-bashkirii-rabotat-ne-budut-3809454

Ҡорбан байрамында республиканың почта бүлексәләре эшләйәсәкме?
Ҡорбан байрамында республиканың почта бүлексәләре эшләйәсәкме?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас