Новости
13 Июнь 2024, 05:02

Хаҡлы ялдағылар ял итте

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

11 июндә Баймаҡ районының хаҡлы ялда булған яҡташтарыбыҙ "Башҡорт ғүмер оҙонлоғо" республика программаһына ярашлы, сираттағы бер көнлөк сәйәхәттә булды. Улар был юлы Әбйәлил районында булдылар - Абҙаҡта ял иттеләр. Хаҡлы ялдағылар Таһир Күсимовтың музейына барҙылар. Бының менән тарих биттәренә күҙәтеү яһанылар. Һуңынан аквапаркта булып, бассейнда һәм джакузила йөҙҙөләр.

Сәйәхәт ял итеүселәрҙә ҙур кинәнес тойғоһо ҡалдырҙы. Яҡты тәьҫораттар менән, көс-ғәйрәт, күңел күтәренкелеге алып ҡайттылар. 

 

Хаҡлы ялдағылар ял итте
Хаҡлы ялдағылар ял итте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас