+24 °С
Ямғыр
Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң обелиск асыласаҡ. Ошо ауылдан сыҡҡан әүҙем йәмәғәтсе Рим Исҡужиндың тәҡдиме һәм тырышлығы менән быйыл обелиск кәртәләп алына, унда 42 Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең исем-шәрифтәре мәрмәр таҡтаташҡа уйылып яҙыла. Обелиск алдына тротуар плиткәһе түшәлә.Төҙөкләндереү эштәрендә Тәлғәт Суярғолов, Мозафар Исҡужин, Миһран һәм Тәфтизан Арыҫлановтар әүҙем ҡатнаша, күп эш атҡара.
Обелискты асыу тантанаһы 14 июнгә билдәләнгән.