Новости
10 Июнь 2024, 05:20

Ярҙам барып етте

Ир-егеттәребеҙгә ебәрелгән сираттағы ярҙам барып етте...

Ярҙам барып еттеЯрҙам барып етте
Ярҙам барып етте

Был хаҡта үҙенең битләүегендә район башлығы Фәнис Әминев хәбәр итте:

- Баймаҡ районынан яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам менән 25-се конвой барып етте. Уны төрлө ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ райондың битараф булмаған граждандары әҙерләне. Был юлы 3 Урал мотоциклы, Нива автомашинаһы, мунса, бензобысҡылар, электр ҡорамалдары, маскировка селтәрҙәре, һыу өсөн бочкалар, инструменттар, аҙыҡ-түлек, кейем, медикаменттар, шулай уҡ туғандарынан посылкалар ебәрелде. Гумконвойҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Район һәм республиканан хәрбиҙәр өсөн ярҙам ебәрелеүе дауам итәсәк.

Был юлы махсус операция территорияһына оҙатыусылар сифатында райондың өс етәксеһе сыҡты. Улар-хакимиәт башлығы урынбаҫары Ирек Абдуллин, Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова, Темәс музейы директоры Айҙар Мәжитов. "Егеттәрҙең кәйефтәре яҡшы. Барлыҡ баймаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр", тине улар.

Ярҙам барып етте
Ярҙам барып етте
Ярҙам барып етте
Ярҙам барып етте
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас