Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Июнь 2024, 06:35

Тыйылған урында һыу инмәгеҙ!

Бер ир батып үлгән...

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир Салауат районының 1-се Иҙелбай ауылына туғандарына ҡунаҡҡа килгән һәм төндә йылға ярына сыҡҡан. Иртән туғандары, өйҙә ирҙе тапмайынса, уны эҙләргә китә, Әммә Йүрүҙән йылғаһы буйында туғандарының шәхси әйберҙәрен генә таба.

Бындай осраҡтарҙа кешеләрҙе, был юлы ла, батып үлгән килеш табалар. Юғалған ирҙең кәүҙәһен Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары йылға төбөндә тапҡан. Фажиғәгә нимә сәбәпсе икәнен әлегә асыҡларға кәрәк. Ир һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында һыу ингән. Уға ваҡытында ярҙам итә алған кешеләр ҙә янында булмаған.

Һәләк булған кешенең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас