+21 °С
Болотло
Бөгөн Башҡортостанда йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, көнсығышта ҡойма ямғыр яуыуы, көндөҙ боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Был хаҡта төбәк синоптиктары хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус.
Алдағы ике көндә һауа температураһы көндөҙ +27, +29 градусҡаса күтәреләсәк.