Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәренә кәмһетеүле һүҙҙәр әйткәне өсөн 31 йәшлек ир хөкөм ителгән. Был хаҡта Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Хеҙмәт итеү ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәре Жуков урамындағы мәҙәниәт һәм ял паркында иҫерек ирҙе күрә. Улар уның янына килә һәм шәхесен раҫлаусы документтар күрһәтеүҙе һорай.
Һөйләшеү барышында ир башҡа граждандар алдында бер нисә тапҡыр полиция хеҙмәткәрҙәренең береһенә кәмһетеү һүҙҙәрен яңғырата. Суд 31 йәшлек ирҙе Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 319-сы статьяһында ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таба. Һуңыраҡ полиция хеҙмәткәре намыҫын һәм абруйын яҡлау тураһында дәғүә менән мөрәжәғәт итә. Полиция хеҙмәткәренең дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелә. "Суд яуап биреүсенән мораль зыян килтергән өсөн 25 мең һум күләмендә компенсация түләтергә ҡарар итте",-тип өҫтәнеләр Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.