Новости
8 Июнь 2024, 04:05

Талпандар бар әле

Башҡортостанда миҙгел башынан 4,5 мең самаһы кеше талпандан зыян күргән...

Башҡортостанда миҙгел башынан 4,5 мең самаһы кеше талпандан зыян күргән. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалыуға бәйле 4459 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө — бала.

Әлеге күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 27,5 % аҙыраҡ.

Республикала халыҡ күп йөрөгән урындарҙы акарицид ярҙамында эшкәртеү эштәре бара. Хәҙерге көндә 4065 гектар майҙан эшкәртелгән, шул иҫәптән йәйге һауыҡтырыу ойошмалары биләмәһе — 1292,3 гектар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас