+21 °С
Болотло
Уҙған йомала Башҡортостан халҡы мутлашыусыларҙың 18 миллион һумдан ашыу зыян күргән, тип хәбәр иттеләр республика эске эштәр министрлығынан. Шуларҙың 3,7 миллионы балалар баҡсаһында эшләгән хеҙмәткәргә тура килә. Уҡытыусы-дефектологҡа йәнәһе лә мөдир ҡушыуы буйынса шылтыраталар . Артабан ҡатынды кредиттар алырға күндерәләр һәм был аҡсаны үҙҙәренә алалар. Икенсе уҡытыусы 2,5 миллион һумлыҡ кредитты рәсмиләштерергә өлгөргән дә инде., әммә уларҙы банктың именлек хеҙмәтенең иғтибарлылығы арҡаһында ғына ебәрергә өлгөрмәй. Ул кредит аҡсаһын күсереүҙе туҡтата. Зубово ҡасабаһында йәшәүсенән 1,2 млн һум аҡса алына.уның шәхси аҡсаһы «сим-карта һәм номерҙың ғәмәлдә булыуын оҙайтыу»схемаһы буйынса алына.