Новости
8 Июнь 2024, 07:55

Һабантуй

Эй, һабантуй, һабантуй, Уйҙар булһын гел уртаҡ! Булғас, булһын үҙебеҙсә – Йыр-моң тормаһын туҡтап!..

ҺАБАНТУЙ

Мотал Рәмов шиғыры

Гөрләп үтһен һабантуйҙар

Беҙҙең башҡорт ерендә.

Һабантуй – халыҡ байрамы,

Йырҙар тыуһын күңелдә!

 

Эй, һабантуй, һабантуй,

Уйҙар булһын гел уртаҡ!

Булғас, булһын үҙебеҙсә –

Йыр-моң тормаһын туҡтап!

 

Егеттәрҙең аҫылдары

Һабантуйҙа һанала.

Һылыуҙарҙың һылыуҙары

Нәҡ ошонда дан ала!

 

Ҡот-йәм биреп еребеҙгә,

Сайҡалһындар игендәр.

Хеҙмәт емештәрен күреп,

Күтәрелһен күңелдәр!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас