+21 °С
Болотло
Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә 1 июлдән льготалы ғаилә ипотекаһының өҫтәмә программаларын эшләтеп ебәрергә ҡушты. Дәүләт башлығы үҙенең йөкләмәһен Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында әйтеп ишеттерҙе. "Ипотеканың льготалы шарттары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә, үҙ йортон төҙөргә теләгән һәр ғаилә өсөн ғәмәлдә буласаҡ. Был айырыуса күп балалы ғаиләләр өсөн мөһим. Хөкүмәттән был программаларҙы ағымдағы йылдың 1 июленән үк эшләтеп ебәреүҙәрен һорайым», — тип ТАСС Путиндың белдереүенән өҙөмтә килтерә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Президенты илдең бөтә төбәктәрендә үҙ йортон төҙөйәсәк ғаиләләр өсөн 6 процентҡа льготалы ипотека бирергә ҡушты.