Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Июнь 2024, 13:50

Һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ

Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, көндөҙ боҙборсаҡ, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин...

Һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡҺауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ
Һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республикала тотороҡһоҙ һауа торошо: йәшенле ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы, елдең көсәйеүе күҙәтелә.

«Башҡортостандың күпселек райондарында ямғыр яуҙы. Көндөҙ һауа температураһы +25, +31° етте. Аҙна аҙағында республикала һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй», —  тип фаразлай синоптиктар.

Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, көндөҙ боҙборсаҡ, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин. Һалҡын фронт үткәндән һуң һауа температураһы көндөҙ +20, +25° тиклем төшә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас