+21 °С
Болотло
АҠШ долларын санкциялар ҡоралы итеп ҡулланыу Вашингтондың хатаһы булды, тип белдерҙе президент Владимир Путин халыҡ-ара мәғлүмәт агентлыҡтары журналистары менән осрашыуҙа.
АҠШ — тың ғәйәт ҙур хаталарының береһе - улар халыҡ-ара иҫәп-хисаптарҙа долларҙы тыйыу һәм быны ниндәйҙер көрәш ҡоралы итеү ҡулланыуы. Тулы ахмаҡлыҡ, сөнки уларҙың был аҙымы долларға ышанысты ҡаҡшата, - тине ул.
Был мәсьәләлә АҠШ-тың позицияһын Путин абсурд тип атай. Вашингтон валютаһын үҙ ҡулдары менән үлтерә, сөнки уларға «теш ҡыҫып» долларҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк ине, тип билдәләне Путин.