Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Июнь 2024, 10:48

Баймаҡҡа А.С. Пушкиндың әкиәт геройҙары осрашыуға килгән

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡ ҡала халҡы араһында Пушкин уҡыуҙарына бәйле урам акцияһы киң популярлыҡ яулай бара. Баймаҡ район биләмә-ара китапхана хеҙмәткәрҙәре рус классигы А.С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған акцияға быйыл да ентекле әҙерләнде. Улар авторҙың әкиәт персонаждарын һынландырып халыҡ араһына сыҡты. Әбей һәм Бабай, Һыу һылыуы, йәшел имән аҫтындағы бесәй, Мәсекәй әбей ҡыҙыҡлы викторина ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар Александр Пушкиндың шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙеләр, әҫәрҙәрен һөйләнеләр. Әкиәт геройҙары менән фотоға төштөләр.

Баймаҡҡа А.С. Пушкиндың әкиәт геройҙары осрашыуға килгән
Баймаҡҡа А.С. Пушкиндың әкиәт геройҙары осрашыуға килгән
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас