Сара оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү һәм күңел асыу саралары, уйындар менән байтаҡ майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә алды. Һәр майҙансыҡтың маҡсаты – башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, уны тормошта ҡулланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү ине.
Шулай уҡ бында республика һәм район матбуғат сараларына яҙылыу ҙа ойошторолдо. Изге күңелле кешеләр төрлө баҫмаларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр, уларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, дуҫтарына бүләк итә алды.
Өфө ҡалаһынан Түләковтар ғаиләһе Әмин ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугиребеҙгә 6 айға "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу бүләк итте. Был беҙҙең батырыбыҙ тәүге көндәрҙән махсус хәрби операцияла, ул ҡаһарманлығы өсөн Шайморатов миҙалы менән дә бүләкләнде. Түләковтарға изгелеге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Әйткәндәй, һәр кем Түләковтар кеүек "Һаҡмар" гәзитен бүләк итә ала. Артабан һеҙҙең бүләк ярты йыл дауамында кешеләрҙе ҡыуандырасаҡ. Шәп бит?! Ҡушылығыҙ, мәрхәмәтлек акцияһына, дуҫтар!