Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июнь 2024, 04:30

Мутлашыусы суд алдына баҫасаҡ

Баймаҡ районы прокуратураһы 35 граждандың 800 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлаған иргә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡ районы прокуратураһы 35 граждандың 800 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлаған иргә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Бүздәк районы кешеһе мутлашыуҙа ғәйепләнә. Ул былтыр социаль селтәр һәм мессенджер аша Рәсәйҙең Себер яҡтарында яҡшы түләнгән ергә эшкә төшөргә ярҙам итәм, тигән белдереү һала. Шул һылтау менән кәрәкле ергә тиклем авиабилет һатып алыуға кәрәк, тип аҡса һоратып ала. Ләкин ул ярҙам итергә лә уйламай. Килгән аҡсаларҙы үҙләштерә.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Быға ҡәҙәр ул шундай уҡ ҡырын эше өсөн хөкөм ителгән булған. Енәйәт эше Баймаҡ районы судына ебәрелгән.   

Источник: ТГ Baym.Bash.Новости Баймака и Башкирии 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас