Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июнь 2024, 05:20

Күп балалы ғаиләләргә бушлай

Был льготаны республикала бөтә күп балалы ғаиләләргә бирергә теләйҙәр...

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова бөгөн Дәүләт Йыйылышында ҡануниәткә төҙәтмәләр проектын тәҡдим итте. Төп яңылыҡ булып күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәрендә лә бушлай йөрөүҙе — уҡыу йылы дауамында көнөнә ике тапҡыр йөрөүҙе тәҡдим итеү тора. Шул уҡ ваҡытта аҙ тәьмин ителгәнлек критерийы иҫәпкә алынмай.

Был льготаны республикала бөтә күп балалы ғаиләләргә бирергә теләйҙәр. Бөгөн илдә күп балалылыҡ критерийы — өс бала, шул иҫәптән тәрбиәгә алынғандар. Льготаның 2024 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инеүе күҙаллана.

Был республика бюджетынан өҫтәмә саралар талап итәсәк, тип билдәләне министр урынбаҫары.

— Киләһе уҡыу йылынан ҡала ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусылар уҡыу көндәрендә ҡала йәмәғәт транспорты: автобустар, троллейбустар һәм трамвайҙар менән бушлай файҙалана аласаҡ. Сығым йөкләмәләрен төбәк үҙ өҫтөнә ала, - тип аңлатма бирҙе БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас