Новости
5 Июнь 2024, 03:25

Эҫе көндәр һәм ел көтөлә

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә

Эҫе көндәр һәм ел көтөләЭҫе көндәр һәм ел көтөлә
Эҫе көндәр һәм ел көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +24,+29 градус тәшкил итәсәк.

6 һәм 7 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, төндә урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ урыны менән боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +13,+18, көндөҙ +23,+28 градус күрһәтәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас