Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Июня 2024, 09:40

Денис БДИ-ны 100 балға тапшырҙы!

Баймаҡтың 4-се лицейынан унынсы класс уҡыусыһы Денис Хисаметдинов география буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Уҡытыусыһы-Миләүшә Әширәф ҡыҙы Бәхтиева. Афарин уҡыусыға һәм уҡытыусыға!

Денис БДИ-ны 100 балға тапшырҙы!Денис БДИ-ны 100 балға тапшырҙы!
Денис БДИ-ны 100 балға тапшырҙы!

Баймаҡтың 4-се лицейынан унынсы класс уҡыусыһы Денис Хисаметдинов география буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы.

Уҡыусының уҡытыусыһы-Миләүшә Әширәф ҡыҙы Бәхтиева.

Егет был лицейҙа беренсе кластан уҡый һәм бөтә фәндәр буйынса уҡыу отличнигы булып тора. Шулай уҡ егет география, инглиз теле, физика һәм информатика буйынса бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаларында даими ҡатнаша, унда призлы урындар яулай. Мәҫәлән, 2023-2024 уҡыу йылында Денис география буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабы призеры һәм инглиз теле буйынса муниципаль этап еңеүсеһе булды! Афарин, Денис! Афарин, Миләүшә Әшировна!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас