Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Июнь 2024, 04:50

Машинаның башына ятып йөрөгән

Юл инспекторҙары социаль селтәрҙәр аша хоҡуҡ боҙоусыларҙы тапҡан...

Өфөлә автоинспекция хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә «ВАЗ-21011» маркалы автомобилдең башында ятып барған  кешене күрһәткән видеояҙманы тапҡан. Юл-патруль хеҙмәте полкы инспекторҙары водителде асыҡлай. Ул Өфөнән 20 йәшлек ир булып сыға.

Йәш кешегә ҡарата юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бер нисә административ материал төҙөлгән, атап әйткәндә, кешеләрҙе ташыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (Рф Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.23-сө статьяһының 2-се өлөшө), хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.6-сы статьяһы), (РФ Административ Хоҡуҡ Боҙоуҙар Кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө),

Пассажирға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.29-сы статьяһында ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлә (юл хәрәкәте процесында ҡатнашҡан йәйәүле йәки башҡа кеше тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу).

Автомобилде махсус туҡталҡаға урынлаштырҙылар, тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһының БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән.

Ярай әле, машина башында ятып йөрөү бәлә-ҡазаһыҙ тамамланған.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас