Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Июнь 2024, 06:00

Башҡортостанда боҙ-борсаҡлы, йәшенле һәм ямғырлы эҫе һауа торошо көтөлә

Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Синоптиктар фаразлауынса, шишәмбе, 4 июндә, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°.

Шаршамбы, 5 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +12, +17°, көндөҙ +24, +29°.

Кесаҙна, 6 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +23, +28°.

Бынан алдараҡ Өфөлә ҡотҡарыусылар йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәрткәйне.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-04/v-bashkirii-prognoziruetsya-zharkaya-pogoda-s-gradom-grozami-i-dozhdyami-3797054

Башҡортостанда боҙ-борсаҡлы, йәшенле һәм ямғырлы эҫе һауа торошо көтөлә
Башҡортостанда боҙ-борсаҡлы, йәшенле һәм ямғырлы эҫе һауа торошо көтөлә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас