+21 °С
Болотло
Махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә сираттағы 25-се гуманитар ярҙам оҙатылды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең битләүегендә яҙып сыҡты:
- Күп кенә баймаҡтар йөрәк саҡырыуы буйынса Рәсәй һалдаттарына һәм офицерҙарына ярҙам итә, гуманитар ярҙам ебәрә һәм дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең яугирҙарға 3 «Урал» мотоциклы, «Нива» автомашинаһы, мунса һәм башҡа әйберҙәр ебәрелде. Яугирҙәребеҙгә яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы, күңел йылыһы, хәстәрлек һәм иғтибары бик мөһим. Хәрбиҙәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.
Изге күңелле яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Яугирҙәребеҙ Еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтһын!