Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июнь 2024, 09:45

Яугирҙәр депутатлыҡҡа тәҡдим ителәсәк

Был көҙгө һайлауҙа буласаҡ...

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, үткән ултырышта Ҡоролтай депутаттары республика Башлығын һайлауҙың өс көнлөк форматын раҫланы, тип иҫкә төшөрҙө. Ул 6-8 сентябрҙә үтәсәк.

"Депутаттар һайлау, алдағы һайлауҙағы кеүек үк, юридик яҡтан камил үтәсәгенә ышаныс белдерәм. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар», - тип билдәләне парламент спикеры.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән бергә республика халҡы ҡала һәм район округтары депутаттарын һайлаясағын иҫкә төшөрҙө. Ул муниципалитет башлыҡтарына һуғыштан ҡайтҡан махсус хәрби операция ветерандары кандидатураһын тәҡдим итергә ҡушты. "Депутаттар иҫәбенә мотлаҡ рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эләгеүенә иғтибарҙы йүнәлтергә теләйем. Улар Ватанды яҡлаған һәм ысын патриотизмдың нимә икәнен аңлаған аҡыллы кешеләр. Шуға күрә улар һәр муниципалитетта күрһәтелһен ине", - тине Радий Хәбиров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас